Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Июнь , 10:50

ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ

Республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләгәйне. Район-ҡалала төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары, булдырылған уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта бара. Һуңғы биш йылда ял ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн күп яңы йәмәғәт киңлектәре, парктар, скверҙар барлыҡҡа килде, Мәләүез йылғаһы яр буйы төҙөкләндерелде.

ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ

Республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләгәйне.

Район-ҡалала төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары, булдырылған уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта бара. Һуңғы биш йылда ял ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн күп яңы йәмәғәт киңлектәре, парктар, скверҙар барлыҡҡа килде, Мәләүез йылғаһы яр буйы төҙөкләндерелде.

«Башҡорт ихаталары»

Уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙы төп маҡсат иткән проект 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә ҡалала Урман комбинаты урамы, 2, 3, 4, 5, Ленин урамы, 133, Буранғолов урамы, 29, Октябрь урамы, 2, 4, 6, Беренсе Май урамы, 12 һәм Элеватор майҙанында алты ихата төҙөкләндерелде.

2020 йылда "Башҡорт ихаталары" республика программаһына ярашлы 32-се биҫтәнең 11, 13, 14, 15, 18, 21, 22, 23-сө, 2021 йылда Шәкәрселәр ҡасабаһының Салауат урамындағы 19-сы, 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 2022 йылда 32-се биҫтәлә 29-сы, 30-сы, 31-се, 32-се, 33-сө, 2023 йылда Техник урамындағы 16-сы, 18-се, 20-се һәм Ленин урамы, 3б, 3а, 5, 5а йорттары алды яңы төҫ алды.

Шулай уҡ ихаталарҙа асфальт япмаһы, тротуарҙар яңыртыла, автотранспорт өсөн туҡталҡалар булдырыла, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Әйткәндәй, «Башҡорт ихаталары " программаһын финанслауға сығымдың 94 процентын республика, 5 процентын муниципалитет бүлә, 1 процентын халыҡ йыя.

«Ҡайын тракты»

Был, моғайын, беҙҙең ҡалала ғәмәлгә ашырылған иң ҙур проект. Уның сиктәрендә 2020 йылда үҙәк майҙан төҙөкләндерелде. Мәләүез йылғаһы буйында йәйәүлеләр өсөн юл, һыуға төшөү өсөн баҫҡыстар барлыҡҡа килә, понтон, амфитеатр менән ябыҡ сәхнә булдырыла. Артистарға йылы кейенеү бүлмәләре, балалар һәм йәштәр өсөн скейт-майҙансыҡ, ғаилә кафеһы, бәүелсәктәр барлыҡҡа килде, плитка түшәлде, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылды. «Сауҙагәр Баязитов йорто» мәҙәни мираҫ объекты аварияға ҡаршы конструкциялар менән йыһазландырылған. Проект 2022 йылда уңышлы тормошҡа ашырыла.

«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу»

Ҡала 2017 йылдан «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнаша. Ул ҡаланың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән һәм маҡсатлы тәғәйенләнешкә эйә.

Программа буйынса 2017 йылда Юрий Гагарин исемендәге, 2018 йылда «Дан» мәҙәни-ял парктары төҙөкләндерелде. 2019 йылда Мәләүездә «Ғаилә» скверы, «Йәшлек» скверы, Туғайлы ҡасабаһының ял итеү, Йәштәр ҡасабаһында балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Мәләүез йылғаһы яр буйының беренсе төҙөкләндереү этабы тормошҡа ашырылды. 2020 йылда йылға ярының уң яғы тәртипкә килтерелде.

2021 йылда ҡалала тағы ла биш, 2022 һәм 2023 йылдарҙа бөтәһе өс йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде.

«Мәләүездең сәскә атҡан яры»

Ул «Ҡайын тракты»нан ҡала икенсе урында тора. Проектты тормошҡа ашырыуға халыҡтың әүҙем тауыш биреүҙә ҡатнашыуы ярҙам итә. Ул VII Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулай.

Төҙөкләндереү дауам итә

Бөгөн төҙөкләндереү эштәре ҡаланың «Дан» мәҙәни-ял паркында дауам итә. 2024 йылдың 15 мартынан 30 апреленә тиклем Мәләүез халҡы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, киләсәктә төҙөкләндереләсәк биш объект: Ленин урамындағы (Көньяҡ урамынан Мәктәп урамына тиклем), Ленин урамындағы (Мәктәп урамынан Доковская урамына тиклем) йәйәүлеләр зоналары, «Дан»  бульвары, Йәштәр биҫтәһе скверы, Элеватор майҙаны скверы һайлап алынды.

Мәләүездәге ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр үрҙә һаналған мөһим проекттарға ярашлы барлыҡҡа килде. Улар артабан да дауам итеп, уңайлы шарттар булдырылһын, йәшәгән еребеҙ тағы ла күркәмләнһен.

Автор фотолары. 

ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
ҠАЛА ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КҮРКӘМЛӘНӘ
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: