Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июнь , 09:25

Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды

“2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫылды. 

Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды
Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды

“2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫылды. 

Белгестәр лидер төбәктәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүенә ҙур иғтибар бүлеүен ыңғай баһалай. Башҡортостан Республикаһы бында әүҙем позиция биләй. Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла, Башҡортостан яугирҙәренә муниципалитеттар, эшҡыуарҙар һәм республиканың битараф булмаған кешеләре ярҙам ебәрә. Район һәм ҡала етәкселәре, республика чиновниктары һәм Радий Хәбиров үҙе лә – махсус хәрби операция зонаһында йыш ҡунаҡтар, улар һүҙ һәм эш менән Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тырыша. Республикаға ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итәләр, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына киң ярҙам саралары күрһәтелә. Шуныһы ла бик мөһим: Башҡортостандың сәйәси элитаһы вәкилдәре – чиновниктар, төрлө кимәлдәге депутаттар үҙҙәре лә әле МХО биләмәһендә хәрби бурыстар үтәй.

Апрелдә Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу барышында уға республиканы үҫтереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Президент республиканың МХО-ға иғтибары кимәлен, төбәктең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген, торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптарын, юғары белемгә, фәнгә булышлыҡ итеүҙе һәм башҡа социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы юғары баһаланы һәм Хәбировтың 2024 йылдың сентябрендә төбәк Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу ниәтен хупланы.

Алдынғы төбәктәр үҫешенең башҡа мөһим факторҙары араһында эксперттар уларҙың төбәк етәкселәренең лоббист мөмкинлектәрен айырып билдәләй. Был йәһәттән дә Радий Хәбировтың тәжрибәһе ыңғай һәм юғары баһаланды.

«Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ирина СЫЧКОВА:

- Махсус хәрби операцияға ярҙам – беҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнде. Илдә, республикала, районда яугирҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтелә. Ошо изге бурыс бар төбәкте берләштерҙе. Һәр район уртаҡ еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләй, йәмғиәт үҙенең лидеры янында туплана. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан был йәһәттән алдынғылыҡты биләй. Республиканан даими рәүештә хәрбиҙәргә ылауҙар оҙатыла (майҙа 126-сыһы барҙы). Яугирҙарға республика халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Республика, район һәм ҡала етәкселәре, шул иҫәптән төбәк башлығы Радий Хәбиров, ил һаҡсыларына ярҙам күрһәтеп, үҙе МХО биләмәһенә бара. Унан ҡайтҡан яугирҙар йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп ителә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. Шуныһы мөһим, үҙ теләге менән ил һағына баҫҡандар араһында төбәк етәкселәре, төрлө кимәлдәге депутаттар һәм башҡалар бар.
Беҙҙең район-ҡалала ла хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошҡанлыҡ менән бара. Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ! 

https://bashgazet.ru/

Фото архивтан.

Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды
Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды
Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды
Республика федераль кимәлдә юғары баһаланды
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: