Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июль , 14:45

БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ

"Башҡорт ихаталары" - Башҡортостанда ғәмәлдә ашырылған мөһим һәм кәрәкле программа. Ул граждандар өсөн күп фатирлы йорттарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 

БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ  - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ
БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда "Башҡорт ихаталары" ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Программаға ярашлы биш йылда 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелә. Программаны тормошҡа ашырыуға средстволарҙың күбеһе республика бюджетынан бүленә. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында коллектив ҡабул ителә. Программа үҙ эсенә балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковкаларҙы төҙөкләндереүҙе һәм башҡа эштәрҙе ала. Эш сифаты белгестәр тарафынан контролдә тотола һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә ала. Программа халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителде һәм үҫешен дауам итә.

Етәксе уны республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарының береһе тип билдәләне.

- Мин, әгәр беҙ ихатаға "ингәнбеҙ" икән, уны тәртипкә килтерергә кәрәк, тигән фекерҙе яҡлайым. Шунда уҡ подъездар төҙөкләндерергә, ҡыйыҡты, фасадтарҙы тәртипкә килтерергә», – тине Радий Фәрит улы. -  "Башҡорт ихаталары" - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. - Мөмкин тиклем йорт яны биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышасаҡбыҙ".

- Республиканың һәр кешеһе хаҡында хәстәрлек күреп, тәү сиратта, оҙаҡ ваҡыт төҙөкләндерелелмәгән ихаталар яңыртыла. Проектты башлау өсөн халыҡтың теләге генә мөһим. 2024 йылда тәртипкә килтереү планлаштырылған ихата биләмәләре исемлегендә республиканың 30-ҙан ашыу районы бар, улар биләмәһендә ремонт эштәре үткәреләсәк. Ҡалаһына йәки ауылына ҡарамай, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешегә иғтибар бирелә. "Башҡорт ихаталары" программаһы 2024 йылда дауам итәсәк.

Беҙҙең районда уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙы төп маҡсат иткән проект 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ йорт алдарының күркәмләнеп ҡалыуы, ихаталарҙың заманса төҫ алыуы, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары урынлаштырылыуы иғтибарҙы йәлеп итә.

«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә ҡалала Урман комбинаты урамы, 2, 3, 4, 5, Ленин урамы, 133, Буранғолов урамы, 29, Октябрь урамы, 2, 4, 6, Беренсе Май урамы, 12 һәм Элеватор майҙанында алты ихата төҙөкләндерелде.

2020 йылда "Башҡорт ихаталары" республика программаһына ярашлы 32-се биҫтәнең 11, 13, 14, 15, 18, 21, 22, 23-сө, 2021 йылда Шәкәрселәр ҡасабаһының Салауат урамындағы 19-сы, 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 2022 йылда 32-се биҫтәлә 29-сы, 30-сы, 31-се, 32-се, 33-сө, 2023 йылда Техник урамындағы 16-сы, 18-се, 20-се һәм Ленин урамы, 3б, 3а, 5, 5а йорттары алды яңы төҫ алды. 

Шулай уҡ ихаталарҙа асфальт япмаһы, тротуарҙар яңыртыла, автотранспорт өсөн туҡталҡалар булдырыла, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Әйткәндәй, «Башҡорт ихаталары " программаһын финанслауға сығымдың 94 процентын республика, 5 процентын муниципалитет бүлһә, 1 процентын халыҡ йыя.

Ҡала ихаталарында йөрөгән саҡта, унда байтаҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күрергә мөмкин. Уларҙың күбеһе республикала эшләп килгән милли программа сиктәрендә башҡарылды. Ҡалала күп ҡатлы йорттар алдын төҙөкләндереү быйыл да башҡарыласаҡ. Беҙгә иһә күркәмлек тыуҙырған кешеләрҙең хеҙмәтенә ихтирам һәм улар булдырған матурлыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт күрһәтеп өйрәнергә кәрәк.

Автор фотолары. 

 

БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ  - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ
БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ  - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ
БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ  - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ
БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ - ХАЛЫҠҠА КӘРӘК ПРОЕКТ
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: