Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Июль , 17:55

«Тын» уйланыуҙарым...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: «Башҡортостан - туристар өсөн илдең иң популяр төбәктәренең береһе. Былтыр республикаға 2 миллиондан ашыу кеше килгән, быйыл туристар һаны 20 процентҡа артҡан. Беҙ Волга буйы федераль округынында иң популяр өс төбәк, ә курорттарға ихтыяж буйынса илдә лидерҙар иҫәбенә индек»

«Тын» уйланыуҙарым...
«Тын» уйланыуҙарым...

Беҙҙең республика, ысынлап та, туристар өсөн иң популяр төбәк. Хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Мин үҙем дә сәйәхәт итергә яратам. Һеҙҙең иғтибарға бала саҡ хәтирәмде тәҡдим итәм:

Һеҙҙең ҡасан да булһа иң көслө тауыштан да яңғырауыҡлыраҡ, ҡолаҡты «ярған» тынлыҡты ишеткәнегеҙ бармы? Ул тауыштан хатта ҡолаҡтар һыҙлап киткәндәй тойола. Мин уны ҡышҡы «кейем»дәге һуҙылып киткән тау теҙмәһенең, уның итәгенә һыйынып ултырған ҙур ғына ауылдың тыныслығын һаҡлаған урманда ишеттем.

Уйлап ҡараһаң, бер яҡтан ҡырағай тәбиғәт, икенсе яҡтан кемдер утын киҫкән, йөрөгән, ҡысҡырған, йырлаған, эт өргән һәм башҡа бихисап тауышҡа тулы тормош менән йәшәгән ауылға яҡын урында тын хакимлыҡҡа эләгеү сәйер ҙә кеүек. Ул мәлдә, әйтерһең дә, бөтә тауыш юҡҡа сыҡты ла, мин бер үҙем тороп ҡалдым.

Сәйер шомлоҡ уйға һалып, үткәндәргә, ҡырҡ йыллыҡ ғүмеремә әйләнеп ҡарарға саҡырҙы. Артта тороп ҡалған, йылмайырға мәжбүр иткән күңелле ваҡиғалар, көлкөлө мәлдәр, хәтергә һеңгән яҡты хәтирәләр иҫкә төшөп, бала һәм үҫмер саҡҡа алып ҡайтты...

Ҡапыл ғына 80-се йылдарҙағы кәкүкле сәғәт иҫкә төштө. Ул ваҡытта  дүрт йәшле малай инем. Әлегеләй тын мәл, уны бары тик «тек-тек», «тек-тек» тигән тауыш ҡына боҙа...

Бала сағым ауылда үтте. Ҡышҡы бер көндә ҡунаҡҡа барғас, туғандарымда бер үҙем ҡалдым. Ҡояш нурына «күмелгән» өйҙә тынлыҡ урынлашҡан, бары тик ваҡытты һанаған сәғәт текелдәүе ишетелә. Сәйер тынлыҡты уның эсендәге кәкүк боҙҙо. Үҙем өсөн бөтөнләй ят тауыштан ҡурҡып, ҡысҡырып иларға тотондом. Был ваҡиға күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Тора-бара сәғәт миңә оҡшай башланы, хатта уны күрер өсөн генә туғандарыма ҡунаҡҡа йөрөгәнем хәтерҙә. Уҡтар тәғәйен урынға барып еткәс килеп сыҡҡан ҡошсоҡҡа һоҡланыуым сикһеҙ ине. Үҫкәс, үҙемдең дә шундай уҡ сәғәтем буласаҡ тип хыялланһам да, ул миндә һаман юҡ. Бәлки, әле үҫеп етмәгәнмендер...

Тыныслыҡта ҡалып, яҙын-йәйен кәкүк тауышы ишетһәм, бала саҡтағы ваҡиғаны иҫләп, йылмайып ҡуям. Яҡты хәтирәләр матди әйберҙәрҙән ҡәҙерлерәк тип уйлап, үҙемде тынысландырам.

Шул дүрт йәштәр булғандыр, бер мәл тынлыҡты йыр менән боҙорға булдым. Бының өсөн миңә бейек ҡойма кәрәк ине. Өләсәйемә үҙемдең теләгемде әйткәс, ашығып ҡына пальтомды кейеп, баҡса аша «сәхнә»мә юлландым. Ҡулды һелтәп, ышаныслы атлап сығып киткәнем хәтерҙә. Көҙгө бысраҡты йырып, ҡоймаға барып еттем. Үҙем бәләкәй буйлы булғанғалыр, ул миңә бик бейек булып тойолдо. Кәрәкле урынға менеп еткәс, ауылдың сите ус төбөндәгеләй күренде. Кәртә артында ғына йөрәгән ат өйөрөндә ҡайһылары ял итә, үлән ашай, бейәләр ҡолонсаҡтарын «тәрбиәләү» менән мәшғүл ине.

Ул ваҡытта урыҫса белмәгәс, үҙ телемдә йырларға уйланым. Бер йыр менән дә таныш түгелмен, телемә ни килә, шул һүҙҙәрҙе теҙҙем, ә үҙемдең ике күҙем аттарҙа. Минең тауышты ҡабул итмәгән малҡайҙарҙың ҡайһылары бышҡырып алып, ҡолаҡтарын артҡа «ятҡырҙы». Улар шул рәүешле тынлыҡты боҙған кешене яратмауын күрһәтте. Тулыһынса сәхнә йондоҙо образына инеп, ҡулымды өҫкә күтәреп йыр һуҙып торғанда, ҡапыл аяғым тайып китте лә, секунд эсендә аҫҡа тәгәрәнем. Осоп барғанда, эйәгем менән ослайып сығып торған таҡтаға бәрелеп телемде тешләнем. Һуңынан өләсәйем, телеңде сығарып йырлап торҙоңмо ни тип әрләне. Ауыҙым ҡып-ҡыҙыл ҡан менән тулғайны. Тирә-яҡты яңғыратып, ҡысҡырып илап өй яғына тороп саптым, ҡаршыма өләсәй йүгереп килде. Баҡһаң, ул мине күҙәтеп торған. Телдәге ярам ныҡ тәрән ине, хатта бер нисә аҙна ашауы ҡыйын булды. Ул күңелһеҙ осраҡ миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе, башҡа бер ҡасан да телемде сығарып йырламаным...

Тыныс ҡына яуған ҡар ҡышҡы юрған менән уңдырышлы ерҙе ҡаплай. Ҡарашым эргәләге имәнгә төштө. Мин ағастарҙың йәшәү көсөнә, уларҙың энергияһына ышанам. Быға бер нисә тапҡыр инандым. Ағастар менән ҡосаҡлашыу ҙа һиңә ниндәйҙер көс бирә. Хатта уның аҫтында, олонона терәлеп ултырыу ҙа етә. Ағас ни тиклем нығыраҡ, көсө лә шул тиклем күберәк. Уларҙың барыһы ла көскә эйә. Иң мөһиме, йөрәгең изге булһын. Үҫемлектәр кемдең кем икәнен, насармы, әллә яҡшы кешеме, ниндәй ниәт менән килгәнен яҡшы «тоя». Бер осраҡ иҫемдә: май айында велосипедта Мәләүездән Күперле шарлауығына юлландым, ара бер яҡҡа яҡынса 70 саҡрым. Унда ел тиҙлегендә барып етеп, ике сәғәт тирәһе булырға ла кире ҡайтырға ниәтләнем. Шул саҡ ҡапыл ҡойма ямғыр башланып, яуын көн оҙонона һуҙылды. Усаҡ яғып, асыҡ һауа аҫтында ултырырға тура килде. Таң һыҙылыу менән ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Ямғырҙан һуң тау юлдары үтеп булмаҫтайға әйләнгәйне. Ун ике саҡрым урман юлын көн буйы үттем. Йоҡоһоҙ төн, арығанлыҡ һәм үҙен ныҡ һиҙҙерҙе. Урмандан сыҡҡанда көс бөтөнләй ҡалмағайны. Ҡарт йүкә аҫтында ял итергә ҡарар иттем. Ағасҡа арҡа терәгәс, шунда уҡ йылыһы тойолдо. Нисек тә йоҡламаҫҡа тип уйлаһам да, үҙем дә һиҙмәҫтән йоҡлап кителгән. Моғайын, ситтән күҙәткәнгә был сәйер күренер ине: ағас аҫтында, башын эйгән әллә тере, әллә үле кеше ултыра, ә эргәһендә бысраҡ велосипед ята... Баҡһаң, шулай ике сәғәт ултырғанмын. Уянғанда, мин көскә тулы инем, хатта аслыҡ тойғоһо ла ҡайҙалыр юғалғайны. Велосипедты яурыныма һалып бер сәғәт барғас, ҡырсын юлға килеп сыҡтым һәм  эңер төшөүгә ҡалаға килеп  индем. Тап теге йүкә көс бирҙе, тип иҫәпләйем. Шул ваҡыттан алып ағастар минең өсөн изге дуҫтар, уларға һөйөү менән ҡарайым.

Тәбиғәтте яратыуым бала саҡтан килә. Ул ваҡытта минең донъям ауыл һәм алыҫтан һуҙылған тауҙар менән сикләнә ине. Һәр ваҡыт улар артында нимә йәшеренгәнен, офоҡ артындағы донъяның мине уратҡанына оҡшашмы, юҡмы икәнен белгем килде. Шул тауҙарға сәйәхәткә сығып, түбәһенә менеп, үҙҙәрен шунан күҙәтергә теләнем. Олоғайған һайын «мажара»лы хыялым һүнмәне, киреһенсә, көсәйә генә барҙы. Үҫеп етеп, тиҙерәк тирә-яҡты өйрәнгем килде. Хәреф таный башлағас, донъя тураһында китаптарҙан уҡып белдем. Минең ҡул аша мажара жанрында яҙыусыларҙың байтаҡ уҡымлы хикәйәһе үтте. Тора-бара тәбиғәт тураһындағы фәндәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу артты. Китап миңә тыныслыҡ һәм белем бирҙе. Сәйәхәт итә башлағас, бик күп юлдар үтергә, тирә-яҡты ентекле өйрәнергә тура килде. Яңғыҙ ғына меңәрләгән тапҡыр тәбиғәткә сығыу ҙа ыңғай  һөҙөмтә бирҙе.

Бөгөн, дауам иткән юлымды өҙөп, ҡышҡы урман тынлығында туҡтағанмын. Күңелдә һаҡланған хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөү бер минут ваҡытты алғандай, тынлыҡ та шул сама дауам итте. Уны көслө ҡарҡылдау тауышы боҙҙо ла, мин, ваҡытлыса онотолоуҙан уянып,  ысынбарлыҡҡа эләктем. Рюкзагымды аҫып, бейек булмаған тау яғына ыңғайланым. Ул мине көтә, тимәк, барырға кәрәк. Яңғыҙ сәйәхәтсе һыны яйлап офоҡ артында юғала. Был урындарға тынлыҡ хакимлыҡ итә…

Илнур БАЙГИЛДИН.

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: