Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Июль , 18:05

УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, айырым иғтибарҙы тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙөнә лә йүнәлтергә кәрәклеген билдәләгәйне. Һуңғы йылдарҙа республиканың район-ҡалаларында яңы төҫ алған йәмәғәт урындары, булдырылған уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта.

УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!
УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, айырым иғтибарҙы тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙөнә лә йүнәлтергә кәрәклеген билдәләгәйне.

Һуңғы йылдарҙа республиканың район-ҡалаларында яңы төҫ алған йәмәғәт урындары, булдырылған уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта.

Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бығаса таныш район үҙәктәренә, ҡалаларға барғанда ла, беренсе тапҡыр сәйәхәт ҡылған урындарҙа ла яҡшы күренә.

Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларҙа, шулай уҡ башҡа бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә, ҡасабаларҙа булған саҡта уларҙың күркәмләнә барыуы хаҡында республика халҡынан ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙан да ишетергә мөмкин.

Мәләүездә һуңғы биш йылда халыҡҡа ял ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн күп яңы йәмәғәт киңлектәре, парктар, скверҙар барлыҡҡа килде, Мәләүез йылғаһы яр буйы төҙөкләндерелде.

Уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙы маҡсат иткән «Башҡорт ихаталары» проекты сиктәрендә ҡаланың күп ҡатлы йорттары алдындағы ихаталар күркәмләнде. Уларҙа асфальт япмаһы алмаштырылды, тротуарҙар яңыртылып, автотранспорт өсөн туҡталҡалар булдырылды, иҫке эскәмйәләр яңыһына алмаштырылды,  балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө.

«Ҡайын тракты» проектына ярашлы ҡаланың үҙәк майҙаны танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Заманса төҙөкләндерелгән биләмәлә ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө саралар үткәреү урындары, ғаилә кафеһы барлыҡҡа килде, уңайлыҡтар булдырылды. Проект 2022 йылда уңышлы тормошҡа ашырылды. Ял һәм байрам көндәрендә бында яҡын-тирә ауыл-ҡалаларҙан килеп, ваҡытын файҙалы үткәргәндәр ҙә байтаҡ.

Ҡаланың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына ярашлы 2017 йылда Юрий Гагарин исемендәге, 2018 йылда «Дан» мәҙәни-ял парктары төҙөкләндерелде. 2019 йылда Мәләүездә «Ғаилә» скверы, «Йәшлек» скверы, Туғайлы ҡасабаһының ял итеү, Йәштәр ҡасабаһында балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Мәләүез йылғаһы яр буйының беренсе төҙөкләндереү этабы үтте. 2020 йылда йылға ярының уң яғы ла тәртипкә килтерелде. Пирстар, эскәмйәләр ҡуйылған урындарҙы балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ярата.

2021 йылда ҡалала тағы ла биш, 2022 һәм 2023 йылдарҙа бөтәһе өс йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.

«Ҡайын тракты»нан ҡала икенсе урында торған «Мәләүездең сәскә атҡан яры проекты өсөн халыҡ әүҙем тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ул да ҡаланы күркәмләндергән, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған мөһим проекттарҙың береһе. VII Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү ҙә яуланы.

Бөгөн ҡаланың «Дан» мәҙәни-ял паркында төҙөлөш эше ҡайнай. Киләсәктә Ленин урамындағы (Көньяҡ урамынан Мәктәп урамына тиклем), Ленин урамындағы (Мәктәп урамынан Доковская урамына тиклем) йәйәүлеләр зоналары, «Дан»  бульвары, Йәштәр биҫтәһе, Элеватор майҙаны скверҙары төҙөкләндереләсәк.

Тотош Башҡортостанда, шулай уҡ беҙҙең райондағы ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр Республика етәксеһе Радий Хәбировтың эшмәкәрлегенә, уның ҡарарына һәм тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килә.

Беҙҙән иһә булдырылғанға хөрмәт менән һаҡсыл ҡараш талап ителә.

Фәнис ӘЛИМҒОЛОВ, йәмәғәт фекере лидеры:

- Райондағы ғына түгел, республикалағы үҙгәрештәргә ыңғай ҡараштамын. Һуңғы йылдарҙа йәшәгән еребеҙ төҙөкләнә барыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Мөһим эштәр башҡарыу өсөн көс һалған етәкселәргә рәхмәт. Халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән төрлө программа, проекттар артабан да бөгөнгө кеүек уңышлы тормошҡа ашырылһын ине.  

Автор фотолары. 

 

УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!
УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!
УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!
УҢАЙЛЫ ЛА, КҮРКӘМ ДӘ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: