Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль , 13:13

"Һалдаттарға ярҙам итеү - беренсел бурыс",-ти муниципалитет башлығы

Эш менән һүҙ бер булғанда, егеттәребеҙ еңеү менән тиҙерәк ҡайтыр.

Мәләүездәр махсус хәрби операция башланған алып яугир яҡташтарына ярҙам итә. Был эшкә предприятие һәм учреждение, ветерандар ойошмалары, ирекмәндәр, район-ҡала халҡы, мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа ҡушылды.

Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, махсус операция башланғандан алып мәләүездәр  25  УАЗ автомобиле, 19 прицел, 18 тепловизор, 19 төнгө күреү приборы, 14 квадрокоптер, 116 электрогенератор, 60 бинокль, 500 тактик бирсәткә, 570 балаклава, медикаменттар һәм медицина инструменттары, шәхси гигиена һәм йыуыныу материалдары, 60 бронежилет, шулай уҡ төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡ һәм башҡа материалдар ебәргән. Мәләүез районы фермерҙары  ла МХО зонаһына гуманитар ярҙам сиктәрендә бер нисә ылау оҙатты. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һүрәттәре, яугирҙәрҙең балалары, яҡындарының хаттары ла һалдаттарға рухи көс өҫтәй.

Мәләүездә 2022 йылдың сентябренән тотош производство булараҡ «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. Бөгөн улар яугирҙәргә кәрәк  кейем, носилка һәм башҡа кәрәк- яраҡ тегә. Редакцияла урынлашҡан цехта  маскировка селтәре үреү яйға һалынған.  Бында көн дауамында йәш категорияһына ҡарамай уҡыусыларҙан башлап хаҡлы ялдағыларға тиклем  ошо эште башҡарыусылар ағымы туҡталғаны юҡ. Ауыл биләмәләренең һәр береһендә бөгөн маскировкалау селтәрҙәре әҙерләү, бирсәткә-ойоҡбаш бәйләү, аҡсалата ярҙам туплау ойошторолған. 

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов "Йөрәк ҡушыуы буйынса" ирекмәндәре янында йыш була һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Бөгөн дә мәләүездәр сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләү менән мәшғүл. Муниципалитет  башлығы Рөстәм Шәмсетдин бер йыл элек яҡташтырына  гуманитар ярҙам алып барыусылар менән Красный Луч ҡалаһына булған ине инде. “Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке, ярҙам өсөн бөтөбеҙгә лә рәхмәт белдерҙеләр”,- тип яҙҙы сәхифәһендә йөрөп ҡайтҡандан һуң. Быға тиклем дә ул  Пензала хәрби эште көйләү урынындағы һалдаттарға  гуманитар ярҙам менән барҙы. Урында хәрби хәрәкәт зонаһынан  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандар менән даими бәйләнештә,  ғаиләләренә ярҙам итә. Был эш район-ҡалала яйға һалынған. Яугирҙәр башлыҡҡа  “тегендә”  кәрәккән  һаҡланыу материалдары буйынса үтенес, шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре менән килә. Мәҫәлән, күптән түгел «Таһир» яугирҙарға Хәрби-һауа көстәре зонаһына оҙатҡан автомобиль өсөн рәхмәт белдерҙе.

Район хакимәте башлығы ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарға сираттағы гуманитар ярҙам  менән йыйыныуын белдерҙе.

"Һалдаттарға ярҙам итеү - беренсел бурыс",-ти муниципалитет башлығы
"Һалдаттарға ярҙам итеү - беренсел бурыс",-ти муниципалитет башлығы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: