Төбәктә теркәлгән эшһеҙлек кимәле эшсе көстәрҙең 0,8 процентын тәшкил иткән.
«Ағымдағы йылдың ғинуарында эшһеҙҙәр статусын 2,8 мең кеше алған. Һәм, киреһенсә, Башҡортостанда 1,4 мең эшһеҙ эш тапты», — тине Башстат.
Шул уҡ ваҡытта ғинуар аҙағына Республика вакансиялар банкында 41 мең буш эш урыны була. Был 2022 йылдың декабренә ҡарағанда 3,3 процентҡа кәмерәк.