

Күләмле сара «Демография» милли проектының «Өлкән быуын»федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләргә әүҙем тормошҡа ынтылыуҙа һәр яҡлап ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.