Үҫмерҙәр араһында башҡаларҙан нимәһе менән булһа ла айырылып торған
ҡыҙ йәки малайҙы кәмһетеү элек тә осрай ине. Тик ул саҡта был хәлде
ваҡытында туҡтатыусы, бәйләнсекте урынына ултыртыусы, ә “ҡорбанға”
яҡшы кәңәштәрен биреүсе уҡытыусы-тәрбиәселәр күп булды.
Буллинг күпселек осраҡта уҡыу йорттарында күҙәтелһә лә, проблеманың
үҙәге – ғаиләлә, тәрбиә биреү үҙенсәлектәренә бәйле. Баланың ниндәй
мөхиттә тәрбиәләнеүе йәштәштәре менән аралашҡанда сағылыш таба, быны
иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Буллинг менән бәйле күренештәр бик насар
һөҙөмтәгә килтереуе мөмкин.
Һәр ваҡыт кәмһетеүгә дусар булған балаларҙың психикаһы боҙола. Улар
агрессивҡа әйләнә, көс ҡулланырға йәки, киреһенсә, күңел төшөнкөлөгөнә
бирелергә мөмкин. Быйыл апрель башында Иглин ауылында 7-се класс
уҡыусыһы бысаҡ менән класташтарын яраланы. Йәрәхәтләнгән ҡыҙҙарға 13
һәм 14 йәш. Ваҡиғаның яҡынса сәбәбе булып мәктәп уҡыусылары араһында
элегерәк булған низағ тора.
Шуны аңларға кәрәк: буллинг, иң беренсе, психик һаулыҡ менән бәйле.
Йәберләнгән, кәмһетелгән йәки шаһит булған балаларҙың депрессия кимәле
юғарыраҡ, үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында йышыраҡ уйлана, дошманлыҡ
ҡыла, енәйәткә бара.
Кәмһетеү төрлөсә булырға мөмкин: физик, психологик һәм сексуаль көс
ҡулланып. Уның сәбәптәре лә төрлө булыуы ихтимал: үҙ-үҙен тотошо, тышҡы
ҡиәфәте, физик яҡтан көсһөҙлөк йәки коллективта яңы кеше булыу, милләте,
ғәиләһенең социаль хәле...
Үҫмерҙәр араһында социаль селтәр аша мыҫҡыллы хәбәрҙәр ебәреү, видео
төшөрөп таратыу ҙа таралған.
Нисек балалар араһында буллингты булдырмаҫҡа?
Зыян күреүсе йәки агрессор менән генә түгел, ә дөйөм алғанда бер төркөм
балалар менән айырым эшләргә кәрәк. Йыш ҡына балалар нимә ҡылғанын
белмәй, аңламай. Күп осраҡта улар «Беҙ шулай уйнайбыҙ» йәки «Беҙ уны
яратмайбыҙ, сөнки ул сәйер» тип кенә аңлата. Үҫмерҙәр буллингтың, көс
ҡулланыуҙың нимә икәнлеген һәм уның эҙемтәләре хаҡында белергә тейеш.
Быны иһә ата-әсәләре лә, педагогтар ҙа, балиғ булмағандар эше
йүнәлешендә эшләүселәр ҙә йәш быуынға ваҡытында аңлатыуы мөһим.
Мәктәп уҡыусылары араһында дуҫлыҡты һаҡлау маҡсатында ошо темаға
саралар, осрашыуҙар, әңгәмәләр йышыраҡ үткәрергә кәрәк, минеңсә.