Бер йәйҙә яғыулыҡ ун беренсе тапҡыр ҡиммәтләнде. АИ-100-К5 маркалы бензин - 62,65 һум, ATUM-95 өсөн 52,95 һум түләргә кәрәк, АИ-92-нең хаҡы үҙгәрмәгән - 48,80, ATUM-92 «Класс 5» 30 тингә ҡыйбатланып, 49,90 һум билдәһендә туҡтаған, дизель яғыулығының хаҡы шул килеш ҡалған - 58,20 һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала «Башнефть» яғыулыҡҡа хаҡтарҙы күтәргәйне инде. Шулай итеп, 1 июндән АИ-100 - 3,7 һумға, ATUM-95 - 2,8 һумға, АИ-92 - 2,25 һумға, ATUM-92 - 2,65 һумға, дизель яғыулығы 1 һумға артҡан. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан бензинға хаҡтарҙың үҙгәреүенең сәбәбе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Ведомствола быны яғыулыҡтың ошо төрөнә биржа хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр.
сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-29/bash-ortostanda-ber-y-y-un-berense-tap-yr-benzin-imm-tl-ng-n-3410562