Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Октябрь 2023, 12:00

Башҡортостанда йышыраҡ өйләнешә башлағандар

Тулыраҡ: 

Башҡортостанда йышыраҡ өйләнешә башлағандарБашҡортостанда йышыраҡ өйләнешә башлағандар
Башҡортостанда йышыраҡ өйләнешә башлағандар

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың ғинуар-июнь айҙарында теркәлгән гражданлыҡ хәле акттары һаны тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Күрһәткестәрҙе 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғандар.

Документтан күренеүенсә, ағымдағы йылдың алты айында Башҡортостанда 9223 пар мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән, был уҙған йылға ҡарағанда 275-кә күберәк. Күрһәтелгән осорҙа 8126 пар айырылышҡан (2022 йылда иһә 8164).

Ошо уҡ ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында 3386 пар никахҡа ингән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-03/v-bashkirii-stali-chasche-zhenitsya-i-rezhe-razvoditsya-3463020

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас