Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2023, 23:40

Ноябрь

Илебеҙгә ҡабат ҡайтһынЫшаныс һәм тыныслыҡ!Татыулыҡҡа ни етә бит,Йәшәйексе тынышып...

НоябрьНоябрь
Ноябрь

Яҡшы хәбәрҙәр алып кил,
Булмаһын тик яманы.
Хәбәрҙәрең дөрөҫ булһын,
Ялҡытты бит ялғаны.

Ап-аҡ ҡарҙар менән бергә
Еремә шатлыҡ килһен!
Һәр бер өйҙән балаларҙың
Көлгәне ишетелһен!

Илебеҙгә ҡабат ҡайтһын
Ышаныс һәм тыныслыҡ!
Татыулыҡҡа ни етә бит,
Йәшәйексе тынышып.

Ғәзиз улын көтөп алһын
Һәр бер әсә, һәр кеше.
Берҙәм булайыҡ бөтәбеҙ,
Беҙ бергә саҡта көслө!

Ноябрь ҙә килеп етте,
Һуңғы айы был көҙҙөң!
Тиҙҙән килер ул тыныслыҡ,
Булайыҡ бер аҙ түҙем...
Зәһүрә ӘБЕЛКАРАМОВА.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас