Толерантлык, ябай ғына әйткәндә, кешеләрҙең үҙ ара мөнәсәбәттәрендә төрлө милләт, дин вәкилдәренә, уларҙың уй-фекерҙәренә ихтирамлы ҡарашта булыу тигән һүҙ. Тик башҡаларҙың уй-ғәмәлдәрен яҡшы аңлар өсөн башта үҙ-үҙеңде аңлай белеү мөһим.