Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
2 Декабрь 2023, 23:00

Улар яҙмыштан көслөрәк

Сәләмәтлек мөмкинлеге сиклеләргә ҡырын ҡараш ташлаған йә уларҙың күңелен яраларлыҡ һүҙ әйтергә тартынмағандар ҙа етерлек.

Улар яҙмыштан көслөрәкУлар яҙмыштан көслөрәк
Улар яҙмыштан көслөрәк
Сәләмәтлек мөмкинлеге сиклеләргә ҡырын ҡараш ташлаған йә уларҙың күңелен яраларлыҡ һүҙ әйтергә тартынмағандар ҙа етерлек.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр осрай. Берәй сара ваҡытында шундай күренешкә тап булһам, улымды ҡырын ҡараштарҙан «йәшерер» өсөн йә алдына сығып баҫам, йә ипләп кенә ул кешегә аңлатып ҡуям, - ти балаһы өсөн ҡалҡан булырға өйрәнгән әсә.
Аҡназаровтар әйтеүенсә, был тормошта ундайҙарға ҡарағанда, барыбер изге күңеллеләр, ярҙамсылдар күберәк. «Был донъя үҙе үк һәйбәт кешеләргә таянып тора», - тигән һүҙҙе ғаилә башлығы ла әңгәмә барышында бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Бер ергә яҙылмаған ҡаты ғына ҡанундары һәм сикләүҙәре менән йәшәгән йәмғиәттә үҙенсәлекле бала тәрбиәләү өсөн, тәү сиратта, сабырлыҡ, рух ныҡлығы, татыулыҡ һәм берҙәмлек кәрәктер, тип уйлап ҡуйҙым.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр иһә был ергә юҡҡа ғына тыумайҙыр, улар дүрт ағзаһы теүәлдәр үҙенән ҡәнәғәт булһын һәм Фәнүр кеүектәрҙе тиң күреп, уларға күңел йылыһы биреп йәшәһен өсөн ебәреләлер...
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Фото ғаилә архивынан.
 
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттән уҡырға мөмкин.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас