Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
5 Декабрь 2023, 05:30

ҮӘТ ӘЙ!

Бер ир кеше бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.– Ҡотлайым! Һеҙҙә малай! 4200...Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:– Ҡарале, 4200 генә! Зерә ҡыйбат та түгел!.. 

ҮӘТ ӘЙ!ҮӘТ ӘЙ!
ҮӘТ ӘЙ!

Табип етди ҡиәфәт менән сирлегә:
- Шулай! Бынан ары һеҙгә тәмәке тартырға, эсергә, сит ҡатындарға ҡарарға ла ярамай! - ти.
Ир инде үҙ алдына:
- Дәәә... Ҡатын минән алда табип янына инеп сыҡҡан ахырыһы...

***

Беренсе синыфта уҡып йөрөгән Сабир мәктәптән ҡайтып инә лә, портфелен мейес башына ырғытып:
– Етте! Башҡаса таң һарыһы менән мәктәпкә уятып йөрөмәгеҙ мине! Ике аяғымдың береһен дә баҫмаясаҡмын!
– Ни булды улым!? – ата-әсәһе аптырай.
– Ни булды - ни булды!? Уҡый белмәйем! Яҙа белмәйем! Ә һөйләшергә рөхсәт итмәйҙәр!

***

Берәү алтын балыҡ тотҡан да, алтын балыҡ телгә килгән, ти:
- Һинең бер генә теләгеңде үтәй алам. Шундай шарт менән: үҙеңә нимә теләһәң дә бисәңдеке шундай теләктән икәү буласаҡ! 
Бына балыҡсы баш вата, ти. Текә генә джип һораһа - бисәмдеке икәү буласаҡ! Бармай! Ҙур өй һораһам - бисәнеке ике өй буласаҡ! Бармааай! Шунан уйлап торған да, балыҡҡа өндәшә икән:
- Алғы бер тешем төшһөн әйҙә!

***

Бер ир бала табыу йортонда тәҙрә аша ҡатыны менән һөйләшә:
- Малаймы!?? - тип һорай, ти.
Ҡатыны:
- Юҡ, малай түгел...
- Әтеү кем? - тип һорай ти, ир.

***

Бер төркөм инженер-профессорҙарҙы самолетта осорға туплағандар. Бөтәһе лә салонға инеп уңайлы итеп ултырышҡас, быларға самолетты уларҙың студенттары яһауын хәбәр итәләр. Тиҙ арала бөтәһелә сығып ҡаса, шулай ҙа бер профессор тыныс ҡына ултырып ҡалған ти, урынынан ҡыбырламай.
- Һеҙ ниңә сығып ҡасманығыҙ, профессор әфәнде?!
- Студенттарыма ҡарата һис кенә лә шигем юҡ. Уларҙы беләрәк, иманым камил, был тимер киҫәге һауаға күтәрелеү түгел, урынынан да ҡыбырламаясаҡ!

https://vk.com/kolemester

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас