Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Декабрь 2023, 12:10

Иҫкә алайыҡ

Ҡотош ауылында йәшәүсе ғәзиздәрҙән-ғәзиз, һөйөклө авзыйыбыҙ, йомарт, хәстәрлекле атай Имелбаев Рәсүл Әғҙәл улы беҙҙең арабыҙҙан китеүенә 51 көн.

Иҫкә алайыҡИҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ҡотош ауылында йәшәүсе ғәзиздәрҙән-ғәзиз, һөйөклө авзыйыбыҙ, йомарт, хәстәрлекле атай Имелбаев Рәсүл Әғҙәл улы беҙҙең арабыҙҙан китеүенә 51 көн. Ул асыҡ йөҙлө, саф, киң күңелле, шат сырайлы булды.

Һәр саҡ кешеләрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала ине. Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, ут-күршеләребеҙгә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уны белеүселәр, һөйөклө ағайыбыҙҙы изге рухын, яҡты иҫтәлеген яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын.

Һиңә әле  беҙҙең менән бергә
Йәшәргә лә ине йәшәргә.
Үкенестәр, һағыныуҙар менән
Беҙҙең күҙҙәр тулы йәштәргә.
Көн артынан көндәр үтеп тора,
Һин юҡлыҡҡа килмәй ышанғы.
Күкрәп йәшәр саҡта өҙөлдө лә
Йәндәрең күккә олғашты...

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас