Башҡортостан Республикаһы конституцияһы көнө менән!
1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән яңы Конституция Башҡортостан дәүләтселеген нығытыуға, күп милләтле республика халҡының тиң хоҡуҡлы булып үҫешеүенә ҙур мөмкинлектәр асты.
Конституция ҡабул итеү – Башҡортостан тарихында мөһим мәл, ул республиканың демократик, хоҡуҡи нигеҙен билдәләне һәм гражданлыҡ яуаплылығын көсәйтте, дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнаны.
Республика Конституцияһы уның күп милләтле халҡының хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, шулай уҡ төбәктең мәҙәни-тарихи мираҫын һәм тел үҙенсәлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҡануниәтте үтәү, граждандарҙың юғары хоҡуҡи мәҙәниәтен булдырыу социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе уңышлы сисеүгә, дәүләт идаралығының әһәмиәтлелегенә һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә мөһим шарттар булып тора.
Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Конституцияһы көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, шатлыҡлы көндәр, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Район Советы президиумы.
Район хакимиәте.