Йәмғиәт
22 Декабря 2023, 11:10

ҺАҒЫНҒАЙНЫҠ ҺИНЕ, ҠЫШ БАБАЙ!

Ҡыш бабай, йәшел санағаПар аттар егеп,Буран туҙҙырып далала,Әй, килә елеп.Башында осло аҡ бүрек,Өҫтөндә аҡ тун,Ауыҙ йырып килә көлөп,Күңелле ҡарт ул!Йәшел санаға һалған улУйынсыҡ аттар,Алма, туп, маймыл, күбәләк,Ҡаҙ, самолёттар...Ҡуяндар аптырап ҡала,Юлдарға сығып:- Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,Шул һынлы сабып? Б. БИКБАЙ

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺАҒЫНҒАЙНЫҠ ҺИНЕ, ҠЫШ БАБАЙ!ҺАҒЫНҒАЙНЫҠ ҺИНЕ, ҠЫШ БАБАЙ!
ҺАҒЫНҒАЙНЫҠ ҺИНЕ, ҠЫШ БАБАЙ!

Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһындағы шыршы байрамын беҙ ҙә барып ҡараныҡ. Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫылыр. 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас