Йәмғиәт
24 Декабря 2023, 00:30

УЛТЫР ӘЛЕ, ӘСӘЙ, ЯНДАРЫМА...

Йырҙың һүҙҙәре тулыһынса: 

УЛТЫР ӘЛЕ, ӘСӘЙ, ЯНДАРЫМА...УЛТЫР ӘЛЕ, ӘСӘЙ, ЯНДАРЫМА...
УЛТЫР ӘЛЕ, ӘСӘЙ, ЯНДАРЫМА...
Туҡтап ҡалдым тормош юлдарында,
Ултыр әле, әсәй, яндарыма.
Ҡайғыларға нисек түҙәйем,
Серҙәремде кемгә һөйләйем.

Ҡушымта:
“Донъя булғас, була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!”

Кәңәшеңде тотам, әсәйем,
Сабыр итә-итә йәшәйҽм.
Ә шулай ҙа минең сәстәремә
Йылдар инде ап-аҡ ҡарҙар һибә.

Ҡушымта:
“Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә индҽ был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!”

Ҡыҙым инде үҫеп буйға ҽтте,
Тормош үҙәненән атлап китте,
Ул да шулай миңә килерме:
“Кәңәш бирсе, әсәй!” – тиерме?

Ҡушымта:
“Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!”
 
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас