Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тоғро дуҫтарыбыҙға, гәзиткә даими яҙылып һәм шулай уҡ һатып алып уҡыусыларыбыҙға, материалдар ебәреп, кәңәштәрен биреп, хеҙмәттәшлек итеүселәргә, аҙ килемлеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, махсус хәрби операциялағы ҡыйыу егеттәребеҙҙең ғаиләләренә баҫмаға яҙылырға, “Яңы йыл бүләге”н ойошторорға спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткәндәргә, гәзитебеҙҙең“Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә, сайтыбыҙҙа, Телеграмканалда әүҙем булғандарға, төрлө конкурстарыбыҙҙы, проекттарыбыҙҙы хуплап тороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Тап һеҙҙең ярҙам, һеҙҙең терәк, һеҙҙең тәҡдимдәр “Көнгәк”те уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы итеүгә булышлыҡ итте. Һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең быйылға планлаштырған эшебеҙҙе бойомға ашырырға ярҙамлаштығыҙ. “Йылдар аша Мәләүез хаҡында” исемле темаға федераль грантты ғәмәлгә ашырыуға беҙҙең гәзиттә баҫылған һәр мәҡәлә, герой һәм саралар үҙ өлөшөн индерҙе.
Беҙҙең һәр саҡырыуға, мөрәжәғәткә, һорауға хәрбиҙәрсә тәьҫир иттегеҙ. Районда махсус хәрби операцияға ярҙам ошо тиклем үк киң йәйелеүендә лә һеҙҙең күптәрегеҙҙең роле бик ҙур. Изге ғәмәлдәр һәм теләктәр менән генә беҙ көслө һәм ҡеүәтле!
Һынауҙар менән килгән быйылғы йылды, нисек кенә ауыр булһа ла, рәхмәтле булып оҙатайыҡ. Яңы 2024 йылда ла “Көнгәк” менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте дауам итәйек. Йыш ҡына гәзиткә яҙылыу барышында “тәнҡит юҡ”, “криминал яҙмайһығыҙ” тип дәғүә белдереүселәр була. Әммә беҙ һеҙгә яҡшы хәбәрҙәр генә еткерергә тырыштыҡ һәм киләһе йылда ла ыңғай яңылыҡтар ғына бирергә вәғәҙә бирәбеҙ. Гәзитебеҙҙең девизы ла шундайыраҡ бит: илегеҙгә – ҡот, йортоғоҙға бәрәкәт теләйбеҙ!
Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Изге ниәттәрегеҙ бойомға ашһын, донъяларға тыныслыҡ килһен, ауырығандар шәбәйһен, яңғыҙҙар йәрен тапһын. Бәхетле булығыҙ!
Лена АБДРАХМАНОВА.