

Ашҡынып көткән Яңы Йыл байрамы етеүгә бик аҙ ғына ваҡыт ҡалып бара. Матур бүләктәргә, тәмле күстәнәстәргә бай булған был байрамды олоһо ла, кесеһе лә берҙәй көтә. Өр-яңы йыл менән бергә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған өр-яңы тормош башланыр төҫлө. Күңел мөғжизәгә ышана.
Был байрам еткән һайын, бынан бер-нисә йыл элек булған моңһоу ваҡиға иҫемә төшә. Ул саҡта ҡыҙыма дүрт кенә йәш ине. Балалар баҡсаһында уҙасаҡ шыршы байрамына матур йырҙар өйрәндек, шиғыр ятланыҡ, ҡупшы күлдәк һатып алдыҡ. Ул көндөң етеүен бала түҙемһеҙләнеп көттө. Шыршы тирәләй Ҡыш бабай менән етәкләшеп әйләнгәндә унан да бәхетлерәк кеше юҡ ине. Бүтән балалар шиғыр һөйләгән, йыр йырлаған арала, беҙҙең яныбыҙға йүгереп килеп Ҡыш бабайҙың йомшаҡ һаҡалы, матур туны, аҡ быймалары тураһында һөйләп китә. «Шул тиклем матур бабай, ап-аҡ ҡына быймалар кейеп алған бит әле үҙе»,- тип тәтелдәй.
Байрам бөткәс, бүләк-күстәнәстәребеҙҙе тотоп минең эшемә юлландыҡ.Унда ла беҙҙе кескәйҙәр өсөн ойошторолған байрам көтә ине. Кәйефтәр күтәренке, бәләкәс ҡыҙым юл буйына миңә үҙенең һорауҙарын яуҙыра: «Әсәй, ә Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй? Ул беҙгә нимә менән килгән? Ҡыш бабай берәү генәме?...»
«Ул бик йыраҡ илдә йәшәй, унда бер ваҡытта ла йәй булмай. Беҙҙе ҡотларға ул ҡыңғырауҙар тағылған аттарға ултырып килә, тоҡсайындағы бүләк- күстәнәстәре бөтә балаларға ла етә», -тим мин.
«Бахыр бабай, уның илендә гел ҡыш булғас, өшөйҙөр инде...» - Бәләкәстең ысынлап бошоноуын аңлап ҡалып, тиҙ генә кәйефен ыңғай көйләүгә күсәм: «Юҡ, ҡыҙым, бошонма, ул бит ана ниндәй йылы тун, йомшаҡ бейәләйҙәр, быймалар кейеп алған, бер ҙә һыуыҡ түгел уға».
- Ә һинең эшеңдәге Яңы Йылға ла беҙҙең баҡсалағы бабай киләме?- Ҡыҙым тәтелдәүен белә, һорауҙарына яуапты биреп өлгөр генә.
- Әлбиттә, тим, шул Ҡыш бабай килә, ул берәү генә бит, - тип яуаплайым.
Байрам уҙасаҡ залға барып инеп, уртала ултырған ҡупшы шыршыны күргәс, о-һо, һеҙҙең шыршы беҙҙекенән бейегерәк, ҡара, әсәй, йондоҙо түшәмгә тейеп тора,тип һикереп, сәпәкәйләп алды бәләкәсем.
Байрам башланғас балалар кемуҙарҙан Ҡарһылыуға һөнәрҙәрен күрһәтеп алдылар ҙа, Ҡыш бабайҙы саҡырырға тотондолар. Ул килеп ингәс, кескәйҙәр тағы ла йәнләнә төштө. Кем йырлай, кем бейей башланы. Тик минең ҡыҙым ғына яныма уҡтай атылып килеп етте лә: « Әйҙә ҡайтайыҡ, һеҙҙең Ҡыш бабай ысын түгел!» - тип иларға тотондо. Мин ни булғанын аңламай ҡаушап ҡалдым. Бар халыҡ беҙгә ҡарай. «Ҡыш бабай джинсы кеймәй, ул аҡ быймала була, ә был ботинкалар кейеп алған»,- тип һамаҡлай-һамаҡлай күҙ йәштәрен түкте бәләкәс.
Миңә байрамды ҡалдырып, баланы етәкләп ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ҡыш бабай булып уҡыусы кейенгәйне, ысынлап та, матур тун аҫтынан уның джинсы салбары һәм ботинкалары күренеп тора ине шул.
Юл буйы ҡыҙым миңә үҙенең үпкәһен белдереп барҙы. «Һин мине алданың, әсәй, Ҡыш бабай берәү генә була, тип. Ысын була, тип...»
Мин өндәшмәнем. Эстән генә һыҙландым. Әкиәткә ышанып, атлап түгел, осоп йөрөгән бәләкәсемдең өмөт-ҡыуаныстарын күҙ асып йомғансы селпәрәмә килтергән шул байрамды әлегәсә онота алмайым. Күңелһеҙ бер хәтирә булып, йыл да терелә үҙе. Тап шул байрамдан һуң ҡыҙым Ҡыш бабайҙың барлығына ышанысын юғалтты...
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Автор фотоһы.