Аптраҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Апас, Аптраҡ, Муллағол, Сурағол, Томансы, Хәсән ауылдары халҡын Яңы йыл менән ҡотлайым.
Үҙегеҙгә һәм яҡын кешеләрегеҙгә күңел йылыһы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, уңыш теләйем. Эшегеҙ һәр ваҡыт ыңғай барһын, күңелегеҙҙе мәрхәмәтлелек хисе йылытһын, йортоғоҙға бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен.
Киләһе йылда берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм тырышлыҡ менән биләмә өсөн кәрәкле эштәр эшләргә яҙһын. Беҙ аяҡ баҫҡан йыл тыныслыҡ, именлек алып килһен, ул һәр ҡайһыбыҙ өсөн дә уңышлы булһын!
Фидан ЮЛТИМЕРОВ, Аптраҡ ауыл биләмәһе башлығы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.