Ергән ауыл биләмәһендә йәшәгән яҡташтарҙы 2024 йыл менән ҡотлайым! Ябай булмаған 2023 йылды оҙатып, уның һөҙөмтәләрен барлағанда, берҙәмлек менән байтаҡ эштәр башҡарылғанын күрергә мөмкин. Былтыр Нурдәүләт ауылы зыяраты кәртәләнде, биләмәгә ҡараған ауылдарҙа урамдар төҙөкләндерелде, байтаҡ яҡтылыҡ ҡоролмаһы алмаштырылды. Был эш артабан да дауам итәсәк.
Биләмә халҡының беҙҙең һәр башланғысты хуплап, ярҙам ҡулы һуҙыуы ҡыуаныслы. Улар бөгөн тыуған яғынан ситтә, Ватанды һаҡлаған һалдаттарҙы ла үҙ хәстәренән ташламай.
Барығыҙға ла сәләмәтлек, имен тормош, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ теләйем!
Рәил АБДУЛҒӘНИЕВ, Ергән ауыл биләмәһе башлығы.
Фото архивтан.