Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2024, 01:30

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Сәйфуллина Миңлегөл Бәҙәмшә ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Сәйфуллина Миңлегөл Бәҙәмшә ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Бөгөн ғүмер миҙгелеңдең матур байрамы, ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туплаған, аҫыл, иң күркәм осоро. Һинең беҙгә ҡылған изгелектәреңә, ҡояш кеүек яҡты күңелеңә, сабырлығыңа сикһеҙ һоҡланып рәхмәт әйтәбеҙ. Һөйөклө, яҡын кешебеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тормоштан йәм табып, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Килер көндәрең аяҙ, тыуыр таңдарың тыныс булһын, ғаилә усағын һүндермәйенсә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелгән оҙон ғүмер юлын үтергә насип булһын. Киләсәктә лә беҙгә тормош терәге, кәңәшсебеҙ булып, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше,
балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас