Бәләкәй Моҡас ауылында йәшәгән Зөләйха һәм Иван Сычковтарҙың яҙмыштарын уртаҡ итеп ғаилә ҡороуҙарына быйыл 63 йыл тула. Был һанды әйтеү генә анһат, уйлай китһәң, ошо сама ваҡыт эсендә күргән-кисергәндең иҫәбе-һаны байтаҡтыр...
- Беҙ бала саҡтан ауыр хеҙмәттә үҫтек, - тип башланы һүҙҙе ул осорҙоң бар ауырлығын үҙ иңендә күтәргән Сычковтар.
Уларҙың икеһенең дә хеҙмәт кенәгәһе 1953 йылда асыла. 1940 йылғы Иван Владимирович ул ваҡытта ни бары 13, 1941 йылғы Зөләйха Фәтхелислам ҡыҙы 12 генә йәшлек үҫмер була. «Ул ваҡытта баҫыуға сәселгән игенде халыҡ ҡул менән утай торғайны. Бойҙайын да, кукурузын да шулай эш иттек. 1957 йылда колхоз тәү башлап ун гектар сөгөлдөр сәскәйне, шуны көҙөн көрәк менән ҡаҙып алдыҡ. Ул заманда әлеге кеүек техника юҡ ине шул», - тип хәтерләй улар бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылған ауыр йылдарҙы...
Мәҡәлә тулыһында гәзиттең 2-се һанында баҫылды.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.