Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2024, 08:00

Изгелек эшләү - саҙаҡа

Бәләкәй саҡта ҡышын ҡар тауында шыуып, бейәләйҙәр ҡарланып туңып, быймалар конькиһыҙ ҙа катокта шыуырҙай булып боҙланып ҡайтҡан саҡтарҙы хәтерләйһегеҙме?

Изгелек эшләү - саҙаҡаИзгелек эшләү - саҙаҡа
Изгелек эшләү - саҙаҡа

Әҙәм балаһы үҙе артынан ниндәйҙер эҙ ҡалдырыра. Изгелек эшләгән һайын, күңелдә яҡтылыҡ арта, офоҡтар киңәйә.  Яҡшы ғәмәл ҡылып, яҡшылыҡ нуры бөрккәндәргә кеше тартыла. Беҙҙең арала, Аллаға шөкөр, ундайҙар күп.

 Яңы йыл байрамы үтте ниһә, ҡала, ауыл үҙәк майҙанына ҡуйылған һырғалаҡтарҙы алып ҡуя һалалар. Бер уйлаһаң,  ғинуар - ҡыштың уртаһы, былай ҙа телефон, компьютер кеүек гаджеттарға көн оҙоно текләп ултырған балаларҙы нисек урам уйындарына йәлеп итергә һуң? Уның өсөн төрлө мәктәптә, мәҙәниәт йорттарында түңәрәктәр эшләй, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Шулай ҙа балаларға үҙҙәренсә аралашыр,урамда саф һауала ял итер өсөн ҡар тауы кәрәк, минеңсә.  

Әйткән эш - бөткән эш. Азамат Рафиҡов атлы егет ошо ауыл халҡына төрлө чаттарҙа оран һалғас, яҡшы ғына күләмдә аҡса йыйыла. Бында ергәндәрҙең берҙәмлеген танымау мөмкин түгел. Салауат исемендәге хужалыҡ, Ергән элеваторы етәкселеге, механизаторҙар, ирекле янғын һүндереү командаһы, Салауат ҡалаһы дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, балалар ярҙамға килә. Быйыл ҡар күп, техника ярҙамында ҙур һырғалаҡ күтәртелә, конькиҙа шыуыр, хоккей уйнар өсөн каток майҙансығына боҙ йәйелә. “Ҡышҡы әкиәт” тип аталған ғаилә байрамы уҙғарыла, әүҙем ҡатнашҡандарға дипломдар, приздар өләшкәндәр.  Балаларҙы һөйөндөрөп, илһамландырып, ҡышҡы уйындарын ойоштороуҙа, уларҙы берләштереүҙә көс һалған Азамат Рафиҡовҡа ауылдаштары ҙур рәхмәтен белдерәлер. Ниндәй генә яҡшы, изге эш ҡылһа ла, ихлас күңел менән тотонғанға, бар башланғыстары уң ергәндәрҙең.

 

Изгелек эшләү - саҙаҡа
Изгелек эшләү - саҙаҡа
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас