Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
1 Февраль 2024, 05:33

Өй эйәһе булдымы, енме?

Был ваҡиғаға байтаҡ ҡына ваҡыт үтте инде.

Өй эйәһе булдымы, енме?Өй эйәһе булдымы, енме?
Өй эйәһе булдымы, енме?

Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә тигән боронғолар. Шулай булһа ла һөйләйем әле. Онотолоп та бара ине, әле бына иҫкә төштө.

Эштә ултырһам, ҡыҙым шылтырата:

-Әсәй, өйҙә кемдер бар, - ти.

-Кит, юҡты күҙеңә күренгәндер, - тим.

-Күҙемә күренде шул, - ти был. Тауышы былай ҡурҡҡанға оҡшамаған. Киреһенсә, башҡа ваҡыттарҙан айырмалы тыныс.

Эштән китеп булмай, әммә 12 йәшлек ҡыҙымды юҡты һөйләмә тип кенә тыйып ҡуйғым килмәй. Ҡурҡыуын баҫырға, тынысландырырға кәрәк бит.

-Ярай, һөйлә әле, ҡыҙыҡ булып китте, - тигән булам.

-Урынды йыйыштырайым тип юрғанды йәйеп ебәргәйнем, ҡараһам карауатта арты менән кешегә оҡшаған нимәлер ултыра. Бала тиһәң бала түгел, үҙе бәләкәй. Ҡулын түш тирәһендә ҡуйған да стена яғына ҡарай. Ҡурҡышымдан күҙемде йомдом да, ҡысҡырып ебәрҙем. Асһам, урынында юҡ. Шул ваҡыт бесәй һынлы бер нәмә стена аша күршеләр яғына сығып китте. Ҡойроғо оҙон, һыҙатлы-һыҙатлы ине, - ти.

Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Быға тиклем ҡыҙымдың бер ҡасан да алдағаны ла, хәйләләшкәне лә булманы. Ышандым. Ышанғас, ҡурҡтым һәм эштән һорап ҡайтып киттем.

Бер аҙҙан ошо хәлде танышыма һөйләгәйнем, ошондай уҡ затты ҡаланың тағы бер йортонда күргәндәрен әйткәйне. Нимә булды икән ул? Өй эйәһеме, енме? Һеҙ уны нимә тип аңлатыр инегеҙ?

Ләлә НАСРЕТДИНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас