Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Февраль 2024, 04:55

ИКЕ ИР БЕР ҠАТЫНҒА БӘЙЛӘНӘ БАШЛАНЫ...

"Мин урам буйлап китеп барғанда, тауыш ишеттем, ике ир бер ҡатын менән ҡысҡырып һөйләшәләр ине. Шунан уларҙың берәүе теге ҡатынға ҡул күтәрҙе, ә ҡулында - шешә. Мин уның ҡулын тотоп ҡалдым, сөнки көсһөҙ затҡа һуғыу яҡшы түгел. Мин хатта спорт менән дә шөғөлләнмәйем. Гитарала уйнайым, «Лидер» йәштәр клубында ирекмәнлек менән шөғөлләнәм, - ти Костя. Был күңелһеҙ осраҡ һәм 14 йәшлек үҫмерҙең ҡыйыулығы тураһында тулыраҡ: 

ИКЕ ИР БЕР ҠАТЫНҒА БӘЙЛӘНӘ БАШЛАНЫ...ИКЕ ИР БЕР ҠАТЫНҒА БӘЙЛӘНӘ БАШЛАНЫ...
ИКЕ ИР БЕР ҠАТЫНҒА БӘЙЛӘНӘ БАШЛАНЫ...

12 февралдә Туймазы ҡалаһының Ленин проспектындағы магазинға 31 һәм 51 йәшлек ирҙәр килеп инә. Улар кәштәнән бер шешә һыра алып, түләмәйенсә сығып китә. Һатыусы улар артынан урамға сығып, тауар өсөн түләргә ҡуша. Быға яуап итеп, бер ир уға шешә менән ташлана, әммә уның ҡулын үтеп барған 14 йәшлек Константин Костромитин тотоп ала.

«Туймазинский вестник» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡатын тауарҙы тартып алып, магазинға инеп китә. Ә эскән ирҙәр үҫмерҙе туҡмай башлай, ул йығылғас, аяҡ менән типкеләйҙәр. Малайҙы магазиндағы һатып алыусылар яҡлай. Туҡмаған ваҡытта үҫмерҙең кеҫә телефонын төшөп китә. Һөжүм итеүселәр уны алып ҡаса.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирина Давыдова әйтеүенсә, ир-егеттәрҙе шул уҡ көндә ҡулға алалар. Асыҡланыуынса, уларҙың икеһе лә хөкөм ителгән: береһе - урлашыу, икенсеһе наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡыйыу уҡыусы 1-се мәктәп-интернаттың 8-се класында уҡый, Дуҫлыҡ ауылында йәшәй. Ул көндә Константин мәктәптән вокзалға барған була, сөнки уҡырға автобуста йөрөй.

"Мин урам буйлап китеп барғанда, тауыш ишеттем, ике ир бер ҡатын менән ҡысҡырып һөйләшәләр ине. Шунан уларҙың берәүе теге ҡатынға ҡул күтәрҙе, ә ҡулында - шешә. Мин уның ҡулын тотоп ҡалдым, сөнки көсһөҙ затҡа һуғыу яҡшы түгел. Мин хатта спорт менән дә шөғөлләнмәйем. Гитарала уйнайым, «Лидер» йәштәр клубында ирекмәнлек менән шөғөлләнәм, - ти Костя.

Уның әсәһе Светлана Фәрғәт ҡыҙы әйтеүенсә, улының тәнендәге күгәргән һәм сыйылған урындарҙы иҫәпкә алмағанда, ул етди зыян күрмәгән: «Минең улым шундай изгелекле һәм ғәҙел. Был ваҡиғаның нескәлектәрен белгәс, бер ҙә аптыраманым.

Республиканың ҡыйыу һәм батыр балалары һәм үҫмерҙәре хаҡында ошо лонгрид аша танышығыҙ «Башинформа» — «Дети-герои или как обычные ребята из Башкирии проявили храбрость и стойкость в экстремальных ситуациях и спасли жизни людей».

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/

 
 
Автор:
Читайте нас