«Башинформ» Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылында 37 йәшлек Лидия Әхмәтшинаның (Ихсанова) юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне. «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре уның ҡайҙа булыуы 9 февралдән билдәһеҙ, тип бердерҙә. 20 көн эҙләгәндән һуң хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың һәләк булыуы асыҡлана, эҙләүҙәр фажиғә менән тамамлана.
"Табылған. Тере түгел. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тиелә ирекмәндәрҙең хәбәрендә.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/