Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
5 Март 2024, 12:20

МИҢӘ КЕЙӘҮГӘ СЫҠ!

2024 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылында йәштәр һөйгәненә республика театрҙары сәхнәһендә тәҡдим яһай.

МИҢӘ КЕЙӘҮГӘ СЫҠ!МИҢӘ КЕЙӘҮГӘ СЫҠ!
МИҢӘ КЕЙӘҮГӘ СЫҠ!

2024 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылында йәштәр һөйгәненә республика театрҙары сәхнәһендә тәҡдим яһай. Был инде яҡшы йолаға әүерелеп бара. Мәҫәлән, 3 мартта Өфөнөң «Нур» татар театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Кредитҡа ҡатын» комедияһы күрһәтелгәндән һуң Айназ исемле егет сәхнәгә күтәрелеп, һөйгәненең ҡулын һорай. Ҡыҙ уға «эйе»тип яуап ҡайтара. Артистар ҙа ситтә ҡалмай һәм булған хәлде үҙ телефонына төшөрөп ала.

- Ғаилә «Нур» театры өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле төшөнсә,- тип аңлатма бирәләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. - Күп кенә спектаклдәр ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләләренә арналған. Беҙҙә парлап эшләүсе татыу ғаиләләр күп. Йәштәрҙе мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға ныҡлы мөхәббәт теләйбеҙ!

Автор: Ләйлә Аралбаева.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас