Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Март 2024, 05:00

ИР МОНОЛОГЫ

Етеп килһә март байрамы,Ҡатын ҡолаҡ итен ашай.Үҙенә етә микән һуң,Аҡыл өйрәтә башлай:

ИР МОНОЛОГЫИР МОНОЛОГЫ
ИР МОНОЛОГЫ

Етеп килһә март байрамы,
Ҡатын ҡолаҡ итен ашай.
Үҙенә етә микән һуң,
Аҡыл өйрәтә башлай:
"Сәскә алма, аҡса әрәм,
3 көнгә лә етмәй һулый.
Һайлай белмәйһең духи ҙа
Еҫенән йөрәгем "тулай ".
Кәнфитең дә кәрәкмәй, ти,
Айҙар буйы ята ҡатып.
Торттың хаҡы хәтәр хәҙер!
Ҡарағы ла килмәй татып.
Буянғыс та алма башҡа,
Бармы ни ул йүнлеһе,
Буянмаһам да сибәрмен,
Тип уйлайым үҙемде!"
Бына ошо һүҙҙәрҙән һуң
Йоҡо юк нисә көндәр.
Нисек ярарға ҡатынға,
Нимә уйлай бүтәндәр?
Ниндәй бүләк һайларға тип,
Баш ҡатты инде уйлап.
Тапҡандар бит байрамын да,
Тормаҫҡа ине туйлап...
Уйлап та тормай үҙҙәре,
Нәски бүләк итәләр.
Ҡырынғыс та ярар тиеп,
Рәхәт "решать" итәләр.
Яҡшы бүләк табылмаһа,
Ҡайтып күренеп булмаҫ.
Икенсе йыл мартҡа тиклем,
Башты күтәреп булмаҫ...
Кәңәш бирегеҙсе, дуҫтар,
Тапмайым һис бер сара.
Ҡалайтырға инде хәҙер?
Килде бит әй, замана!
Әлфиә Абдрафиҡова.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас