Йәмғиәт
8 Марта 2024, 01:45

ГҮЗӘЛ ЗАТҠА

Күпме шағир һиндә илһам тапҡан,Йыһан тапҡан аҡыл эйәһе.Ваҡыт биргән баһа - ысын баһа,Хөрмәт менән башың эйәһең.

ГҮЗӘЛ ЗАТҠАГҮЗӘЛ ЗАТҠА
ГҮЗӘЛ ЗАТҠА

Күпме шағир һиндә илһам тапҡан,
Йыһан тапҡан аҡыл эйәһе.
Ваҡыт биргән баһа - ысын баһа,
Хөрмәт менән башың эйәһең.

Сал быуаттар аша тойоп була
Һин ҡабыҙған усаҡ йылыһын.
Бөгөн беҙҙең һалҡын доньябыҙҙы
Туңдырмайса тотҡан йылы һин.

Иң гүзәл зат тинек, ә ҡулыңа
Сәскә түгел, көрәк тотторҙоҡ.
Балаһынан әсә айырылды,
Киләсәкте аңһыҙ отторҙоҡ.

Баҙар тәмле ҡалас ашатыр, тип
Ғәҙел, бөйөк илде тарҡаттыҡ.
Ярыҡ ялғаш икән баҙарыбыҙ,
Ас – яланғас ҡалдыҡ, шаҡ ҡаттыҡ.

Ирең донья ҡыуып Себер китә,
Ҡорал тотҡан улың – ил һағы.
Тоғро ҡатын һаҡлай өйҙөң ҡотон,
Йылы һаҡлай ҡайнар усағы...

Йәшәүгә йәм биргән гүзәл затҡа
Тик бер көнлөк ҡәҙер – өлөшмө?
Шартлар сиккә еткән ҡырыҫ заман
Өлөшөнә төшкән көмөшмө?

Тип зарланғы килмәй. Һинең алға
Йөрәгемде асып һалам мин.
Наҙлы, мөхәббәтле гүзәл затҡа
Мәңгелеккә тоғро ҡалам мин.

Тимер НИӘТШИН.

Л. Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас