«Тыйнаҡ, ябай егеттәр, тап шундай кешеләр илебеҙҙең яҙмышын билдәләй. Улар – ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Йәштәр үҙ тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиғаны туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамамлана һәм яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Мөхәббәтегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын!» - тип яҙған район етәксеһе.
«Башинформ» Йәрмәкәй районында «Герой ҡатыны» күргәҙмәһенең асылыуы хаҡында ла хәбәр иткәйне.