Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеү буйынса, былтыр ноябрҙә бер ир бергә йәшәгән эскән ҡатыны менән талашҡан. Ҡатын ирҙе шул тиклем асыуландыра, ул түҙмәйенсә ҡулын күтәрә, ҡатын шунда уҡ үлә. Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный, енәйәтте асыуға һәм тикшереүгә булышлыҡ итә, үҙе үлтергән ҡатынды ерләргә ярҙам итә, туғандарынан ғәфү үтенә, әммә былар барыһы ла иркенән мәхрүм ителеүҙән ҡотолорға ярҙам итмәй. Уны 9 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителә, шулай уҡ зыян күреүсенең әсәһенә һәм улына мораль зыянды ҡаплау иҫәбенә һәр береһенә 500 мең һум түләйәсәк.