Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
16 Март 2024, 04:43

Тауыш биреү әүҙем бара

Ҡаланың индустриаль колледжында урынлашҡан 2563-сө һайлау участкаһында бөтәһе 1632 тауыш биреүсе иҫәпләнә.

Тауыш биреү әүҙем бараТауыш биреү әүҙем бара
Тауыш биреү әүҙем бара

-15 мартта, участка асылғансы уҡ кешеләр ишек төбөндә сират көтөп торҙо. Бер подъезда йәшәгәндәр йыйылышып килә. Беҙҙекеләр һәр йылда ла әүҙем. Йәш ғаиләләр, өлкән йәштәгеләр, беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр, шулай уҡ махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан һалдат үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Ата-әсәһе менән килгән балаларға бүләк таратабыҙ. Өйҙә тауыш биреүселәргә спонсорыбыҙ, "Клён" ойошмаһы әҙерләгән күстәнәстәрҙе алып барабыҙ. Уның директоры Андрей Черноусовҡа рәхмәтлебеҙ,- ти һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Лилиә Козусь.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас