Йәмғиәт
20 Марта 2024, 11:42

«Рәхмәт» акцияһының суперприздары тура эфирҙа уйнатыла

Һайлау көндәрендә төрлө акциялар, проекттар ойошторолдо. Шуның береһе - "Рәхмәт" акцияһының суперприздары тура эфирҙа уйнатыла, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

«Рәхмәт» акцияһының суперприздары тура эфирҙа уйнатыла«Рәхмәт» акцияһының суперприздары тура эфирҙа уйнатыла
«Рәхмәт» акцияһының суперприздары тура эфирҙа уйнатыла

Йома, 22 мартта, «Сәләм» программаһында Өфөлә фатир, ике «Нива» автомобиле, бар ғаилә менән Сочиға, шулай уҡ республика шифаханаһына юлламалар оторға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президентын һайлау көндәрендә республикала «Рахмат» акцияһы уҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сайтта бөтәһе 2,5 миллион кеше теркәлгән. 400-гә яҡын һайлаусы саң һурҙырғыс, телевизор, электр самокаты, яндекс-станция, кофемашина, ноутбук, телефон кеүек ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас