Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Апрель 2024, 02:00

ИСЛАМҒА ЯРҘАМ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ...

Аҡсаны һаҡлыҡ банкы иҫәбенә 8-937-30-44-523  телефон һандары буйынса күсерергә мөмкин (Зилә Хәкимйән ҡыҙы С.)

ИСЛАМҒА ЯРҘАМ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ...ИСЛАМҒА ЯРҘАМ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ...
ИСЛАМҒА ЯРҘАМ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ...

Әсә булыу - күктәр тарафынан бирелгән бүләк. Кемдер уны бик оҙаҡ көтә, кемгәлер сабыйын һынау артынан һынау кисеп ҡулына алырға тура килә. Минутты - сәғәткә, көндө төнгә ялғап ғәзиз балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышҡан Зилә һәм Рөстәм Күсәрбаевтар райондың Ташлыкүл ауылында йәшәй.

Ҡыҙҙары Ангелинаға ун алты йәш тулғас тыуған Исламды ата-әсә көтөп, теләп ала. Башта бар ағзаһы теүәл, дүрт килограмм ете йөҙ грамм ауырлығында тыуған баланың сәләмәтлегендә бер ниндәй ҙә тайпылыш һиҙелмәй. Сабый ике аҙналыҡ сағында комаға киткәс, уның ғүмере өсөн көрәш башлана...

Аҡ халатлылар артыҡ өмөт бирмәһә лә, ата-әсә улын аяҡҡа баҫтырыуға ышанысын юғалтмай, уны һауыҡтырыу өсөн ниндәй генә дауахана, реабилитация үҙәге юлын тапамай, ниндәй генә врачтың ишеген ҡаҡмай!

Исламға өс йәш тулғансы, Күсәрбаевтар бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәй, бер кемдән ярҙам һорамай, уны үҙ аллы дауалай.

Спастик тетрапарез диагнозлы улдарының сәләмәтлеген нығытыу өсөн ҙур ғына сумма аҡса кәрәк булғас, улар мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына өмөт бағлап, иҫәп аса.  

- Беҙгә талап ителгән өс йөҙ мең һум ике көн эсендә йыйылғас, был донъяла изге күңелле кешеләрҙең күплегенә ышандыҡ. Мин әле булһа уларға рәхмәтлемен, - ти Зилә Хәкимйән ҡыҙы.

Бынан тыш уға үҙе ҡасандыр эшләп киткән Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән 9-сы башҡорт гимназияһы, мәғариф идаралығы, район хакимиәте, мәҙәниәт һарайы,территориаль һайлау участкаһы, декрет ялына киткәнсе эшләгән индустриаль колледж коллективтары ярҙамын тоя һәм элекке хеҙмәттәштәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерә.

Күсәрбаевтар әйтеүенсә, улдарының сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр булыуында район-ҡала халҡының өлөшө ҙур. Аҡсалата ярҙам йыйыуҙа туғандары, класташтары, таныштары, ҡыҙҙарының класташтарының ата-әсәләре, уҡытыусылары ҡатнаша.

Дүрт йәшлек Ислам Санкт-Петербург ҡалаһы невропатологы күҙәтеүе аҫтында. Бынан тыш уны остеопат, пульмонолог, нутрицолог һәм башҡа врачтар, эрготерапия, сенсор интеграция, ЛФК, массаж буйынса белгестәр, логопед, дефектолог дауалай. Ай һайын реабилитация талап ителгән улдарын ата-әсә Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөрөтә.

Тәүлек әйләнәһенә балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн көрәшкән әсәнең иң ҙур ярҙамсылары ире, ҡыҙы һәм ата-әсәһе. Төҙөлөш эше алып барған ғаилә башлығы - ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеүсе. Уларҙың барыһына ла сабырлыҡ, рухи ныҡлыҡ, Исламдың иһә тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ.

Мәрхәмәтлек ҡылыуҙың аныҡ ваҡыты булмаһа ла, был мәҡәләне изге Рамаҙан айында баҫыуҙы хуп күрҙек. Кем белә, бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ла тап ошо айҙа был сабыйға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр табылыр.

Аҡсаны һаҡлыҡ банкы иҫәбенә 8-937-30-44-523  телефон һандары буйынса күсерергә мөмкин (Зилә Хәкимйән ҡыҙы С.)

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас