Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
19 Апрель 2024, 12:04

Хеҙмәттә лә, спортта ла алдынғы

Урындағы үҙидара органдары көнөнә арналған спорт фестивале үтте.

Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, белгестәр ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков асты. “Урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ танылды. Ул - халыҡҡа иң яҡын власть органы. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу,  уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы ошо тармаҡ органдарының иңендә. Киләсәктә лә халыҡтың йәшәү кимәлен  яҡшыртыу өсөн  бергәләшеп эшләрбеҙ тип ышанам”, - тине. ГТО нормаһын уңышлы тапшырған бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә түш билдәһе һәм таныҡлыҡ тапшырылды.

Фестиваль программаһына ярашлы ҡатнашыусылар мылтыҡтан атыу, ҡулсаға туп ырғытыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, мәргәнлеккә һынау тотто.
 
Хеҙмәттә лә, спортта ла алдынғы
Хеҙмәттә лә, спортта ла алдынғы
Хеҙмәттә лә, спортта ла алдынғы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас