Бөгөн ҡала спорт һарайында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында спартакиада үтте. 19-сы тапҡыр уҙғарылған был сара быйыл Ғаилә йылына арналды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов командаларҙы сәләмләп, кескәйҙәргә уңыштар теләне. Спорт менән шөғөлләнеүҙе бәләкәй саҡтан башлау һәм сәләмәт тормошта йәшәү мөһимлеген еткерҙе. Асыу тантанаһында РФ һәм РБ гимны яңғыраны. Бейеү коллективтарының дәртле сығышы сараны биҙәне. Эстафета бик ҡыҙыу барҙы, сәмле, етеҙ спортсылар бәләкәй булфыуға ҡарамаҫтан еңеү өсөн тырышты.