Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 7 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү уңышлы тамамланды. «БашРегионСпас» төркөмөнән ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, ҡыҙ тере, уның менән барыһы ла яҡшы. Мәктәп уҡыусыһының дәрестән һуң туғандарына хәбәр итмәйенсә ҡайҙа киткәнлеге аныҡланмай.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, Өфөлә үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә: 13 йәшлек Павел Паличев һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов 30 мартта өйҙән сығып, әйләнеп ҡайтмай. Йөҙҙәрсә кеше бер ай буйына ике дуҫты табыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 22 апрелдән «ЛизаАлерт» оператив штабы туҡтатыла, әммә көн һайын автономиялы төркөмдәргә бурыстар ебәрелә.
https://www.bashinform.ru/