Салауат районының Көҫәпәй ауылында йәшәүсе иртән урманға ат эҙләп китә һәм юғала. Бер тәүлектән ашыу ул үҙенең 17 атын, ә уның үҙен урындағы халыҡ, ҡотҡарыусылар һәм полиция эҙләй.
Көтөү эҙләп, ир өйөнән 23 километр алыҫлыҡта урманға китә һәм Силәбе өлкәһенә барып сыға. Төн еткәс, усаҡ яға. Ир иртән үҙе туҡталған урындан алыҫ түгел аттар күреп ҡала һәм улар менән бергә ҡайтыу яғына юллана.
Бәйләнеш барлыҡҡа килгәс, ул тере булыуын һәм аттар менән өйгә ҡайтып барыуын хәбәр итә. Уны эҙләгән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уны ҡаршыларға сыға һәм өйөнә алып ҡайта.
Автор фотоһы.