Өфөлә юғалған Павел Паличевты һәм Дамир Әҙеһәмовты эҙләү бер көнгә лә туҡтамай. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала уларҙы эҙләүгә 83 кеше һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән, ике тапҡыр янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолетын һауаға күтәргәндәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике дуҫ 30 мартта Шәфиев урамындағы «Чайка» балалар һауыҡтырыу лагеры янында йөрөргә сығып китә һәм өйҙәренә әйләнеп ҡайтмай. Рюкзактары урманда табыла. Һыу аҫты йөҙөүселәре Ағиҙел йылғаһы акваторияһын тикшергәндә, малайҙарҙың береһенең итеген табып ала.
https://www.bashinform.ru/