Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Май 2024, 06:50

Моң.Заң.Ҡурай.

Ҡурай - өндәр менән үҙ тарихын яҙған ҡәләм ул.

Ғәли Ильясов исемендәге район ҡурайсылар конкурсы

Моң. Заң. Башҡортостан

Балалар сәнғәт мәктәбендә яҡташыбыҙ Ғәли Ильясов исеменә асыҡ район ҡурайсылар конкурсы үтте. Сараны республика ҡурайсылар ойошмаһы, мәҙәниәт бүлеге,”Яугир” хәрби клуб йәмғиәте ойошторҙо.

Мәғлүмәт өсөн: Ғәли Ильясов Әбет ауылында тыуған. Тәбиғәттең матурлығы, риүәйәт, әкиәттәрен быуындан-быуынға тапшырып килгән илһөйәр халҡының ябайлығы, мул һыулы йылғалар, һәр ташына тарих һеңгән мәғрур тауҙар, уның күңелендә ижадҡа сәм, ҡурайға һөйөү уятыр көс биргән.  Уны ябайлығы, ихласлығы өсөн ихтирам иткәндәр. Бөгөн дә ижады менән танышҡанда, шиғырҙарының һутлы, хисле, һәр юлы тыуған яғына, төбәгенә һөйөү менән һуғарылғанын тойҙом. Күреп белгәндәр Ғәли  Йәләл улының оҫта ҡурайсы булыуын һағынып иҫкә ала. “Йөрәгем –моң” шиғырында “Урал - илкәй, һиңә әйткәнем юҡ, Йөрәгемдең тик моң икәнен” юлдарында автор үҙенең күңел кисерештәрен асып һала. Талантлы яҡташыбыҙҙың бил бирмәҫ көрәшсе икәнен дә яҡшы белә мәләүездәр.

Ҡурайсының ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова атаһы тураһында матур иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Ошондай сараны ойоштороуға йөрьәт иткән мәләүездәргә ихлас рәхмәтен белдерҙе.

Конкурста 9 йәштән 50 йәшкә тиклемге егерменән ашыу ҡурайсы ҡатнашты. Ҡотлау һүҙе менән “Яугир” ойошмаһы рәйесе Марат Аҙнағолов, Илһам Яҡупов, Морат Ишбаев, Ильясов сығыш яһаны.

Һәм...башланды. Ҡурай моңо ярһып сапҡан башҡорт егеттәренең яуға һөрәнен, изге ҡош торнаның иңрәүле тауышын, һөйгәненән айырылып ҡарт кейәүгә оҙатылған гүзәл ҡыҙҙың сеңләүен, тыуған төйәгенән һөргөнгә һөрөлгән ирҙәрҙең ыңғырашыуын да хәтергә төшөрҙө. Заман хәтерен уятыр көскә эйә шул ҡурай. Мәшһүр “Урал” ды башҡарғанда залдағылар  аяғөҫтө баҫты.

Ишембайҙан килгән 12 йәшлек Нияз Хисмәтуллин шайморатовсы класында уҡый. “Ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнеү милләтем өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята, тынысландыра.  Мәләүездәге бәйге ойоштороу йәһәтенән оҡшаны”, - тине. Яҡташыбыҙ Фәим Ғайсин милли музыка ҡоралында уйнау серҙәрен Талбазы балаларына өйрәтә, сарала “Томансы-Көнгәк” көйөн илһамланып башҡарҙы.

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Нуриевтың әйткән һүҙҙәрендә ысынбарлыҡ сағылмай ҡалмағандыр: “Башҡорт ҡурай уйнағанда кемдеңдер тыныс ҡалыуы мөмкин түгел”, - тине ул. Сәйҙә Ильясова йыйылыусыларға музыкаль йыр, шиғыр бүләк итте. Бына шулай йырға, моңға, фекерләшеүгә үрелеп барҙы сара.

Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: үҙ йәш төркөмөндә Ислам Байгилдин (Мораҡ), 9-12 йәшкә тиклем-Морат Исматов (Өфө), Сыңғыҙ Вәлиев (Мәләүез), өлкәндәр категорияһында Алмаз Әсфәндиәров беренсе урын яуланы тапшырҙы. Гран - при Айрат Тимеровта.

Был көндө сал Уралын данлап ҡурай тарҡан һәр кем бүләк һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас