Башҡортостан ирекмәндәре Бәләбәйҙә йәшәүсе Арина Ғиләжеваны эҙләй. ДПСО "БаРС" хәбәр итеүенсә, 12 йәшлек ҡыҙ 15 май алдынан өйөнән сығып киткән һәм шул ваҡыттан алып уның ҡайҙалығы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Ул аҡһыл-һары куртка, ҡара салбар һәм кроссовка кейгән. Буйы 160 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе асыҡ көрән, йәшел күҙле.
Арина Ғиләжеваны күргәндәрҙең барыһына ла 8-937-3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Бынан алда ҡотҡарыусылар юғалған ике үҫмерҙе эҙләүҙең 47-се көнөнөң һөҙөмтәләре тураһында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/