Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика башлығын һайлауҙы тәғәйенләү Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында. Мәсьәләне парламенттың май аҙағындағы пленар ултырышының көн тәртибенә индереү планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Рәсәй президенты Владимир Путиндың Радий Хәбировты яңы срокка тәҡдим итеүҙе хуплауын хәбәр иткәйне.