Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
21 Май 2024, 04:25

ҠАЙҘА ҺЕҘ, МАЛАЙҘАР?

Кисә юғалған үҫмерҙәр Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевтың 52-се эҙләү көнө тамамланды.

ҠАЙҘА ҺЕҘ, МАЛАЙҘАР?ҠАЙҘА ҺЕҘ, МАЛАЙҘАР?
ҠАЙҘА ҺЕҘ, МАЛАЙҘАР?

Кисә юғалған үҫмерҙәр Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевтың 52-се эҙләү көнө тамамланды. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары катерҙарҙа Ағиҙел йылғаһының 99 км акваторияһын һәм яр һыҙығын тикшерҙе. Малайҙар юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм 13 йәшлек Павел Паличев 30 мартта Өфөлә юғалды. Ата-әсәләргә улар Шафиев урамындағы «Чайка» балалар һауыҡтырыу лагеры янында йөрөйәсәген әйтә, ләкин балалар өйҙәренә әйләнеп ҡайтмай, тип хәбәр итте «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғалған балаларҙы эҙләү туҡтамаясағы тураһында белдерҙе.

Автор:Эдуард Кускарбеков

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас