20 майҙа Өфөлә 15 һәм 16 йәшлек ике үҫмер хәбәрһеҙ юғалғайны. Уларҙың ҡайҙалығы тураһында тәүлек буйына бер нәмә лә билдәле булмаған.
Бөгөн «Башрегионспас» отряды ирекмәндәре эҙләнеүҙәрҙең уңышлы тамамланыуы тураһында хәбәр иткән. "Табылдылар. Иҫән-һауҙар», — тип хәбәр иткән ирекмәндәр. Үҫмерҙәрҙең ҡайҙа булғанлығы тураһында аныҡ ҡына хәбәр юҡ.
Бынан алда "Башинформ " ҡотҡарыусыларҙың Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевты эҙләүҙең 53-сө көнөн тамамлауы тураһында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/