Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Май 2024, 01:20

ҺҮГЕНМӘ!

Һүгенгән ҡатын-ҡыҙҙы фәрештәләре ташлап ҡаса, ти торған ине элек оло инәйҙәр.

ҺҮГЕНМӘ!ҺҮГЕНМӘ!
ҺҮГЕНМӘ!

Ғалимдарҙың фекеренсә, һүгенеү, телмәрҙә насар һүҙҙәр ҡулланыу, кеше менән әрләшеү, һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙлек белдереп мыжыу, боҙоҡ уйҙар уйлау, үлтереш-енәйәт тураһында китаптар уҡыу, фильмдар ҡарау кешенең ДНК-һын емереүгә килтерә. Һүҙ ул код. Ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан насар йә яҡшы һүҙ тыңлаусыға түгел, тәү сиратта үҙебеҙгә йоғонто яһай, быуындан-быуынға күсә. Һүгенергә, екеренергә яратҡан кеше, бәлки, үҙе язаһын алмаҫ бының өсөн, әммә уның балалары йә ейәндәре мотлаҡ яуап бирәсәк. Һүгенгән ҡатын-ҡыҙҙы фәрештәләре ташлап ҡаса, ти торған ине элек оло инәйҙәр.

Һүгенеү иң ҙур гонаһтар исемлегенә кергән, сөнки ул бер нисә быуынды юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Шуға күрә, ауыҙығыҙҙы асыр алдынан уйлағыҙ. Кешенең күңелен китерлек һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Беренсенән, был гонаһ, икенсенән, һәр уйлаған, һәр әйткән һүҙегеҙ ауыҙығыҙҙан сыҡһа ла, ул тик һеҙҙеке. Тимәк, сауабы ла, язаһы ла тик һеҙгә.

Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/club158369328

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас