Йәкшәмбе, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +15, +20°, көньяҡта +25°.