Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
29 Май 2024, 01:05

МИН ЯРАТТЫМ ҺИНЕ...

“Ғүмерем кеше йәлләп үтте, - ти эргәмдә минең кеүек үк врачҡа сират көтөп ултырған апай.

МИН ЯРАТТЫМ ҺИНЕ...МИН ЯРАТТЫМ ҺИНЕ...
МИН ЯРАТТЫМ ҺИНЕ...

- Йәлләгән өсөн генә егерме йәшемдә үк кейәүгә сыҡтым. Бер йыл буйы артымдан ҡалмай эйәреп йөрөгән күрше ауыл егетенең әсәһе үлгәнен ишеткәйнем, шул тиклем йәлләнем. Өҫтәүенә башын түшемә терәп үкһеп илап ебәргәйне, ҡойолдом да төштөм. Быға тиклем ҡулымдан да тоттормай торғайным. Шул көндө иренемдән үпһә лә этәрмәнем. Ә икенсе көнөнә уның кейәүгә сыҡ тигән тәҡдименә риза булдым да ҡуйҙым. Барыһы ла аптыраны.

...Ә ул мине бер ҡасан да йәлләмәне. Пакетлап аҙыҡ-түлек ташығанда ла ҡулымдан алырға ашыҡманы. Тоҡлап картуф ташығанда ла берәй сәбәбен табып күтәрмәне. Уның эше күпкә еңелерәк булһа ла, йорт тирәһендә бер ярҙамы булманы. Әрләшмәнек, һуғышманыҡ, утыҙ йылға яҡын йәшәп, бер тапҡыр ҙа түтәл дә эшләп бирмәне ул. Әҙерҙән-бәҙергә генә йәшәне. Күп тапҡыр айырылышырға ҡарар иттем, әммә был уйымдан кире ҡайттым. Йәлләнем. Хоҙай үҙе араланы: күрше ҡатынға ғашиҡ булды ла, кейем-һалымын бер сумкаға тултырҙы ла сыҡты ла китте. Холҡо менән үҙенән биҙҙереп бөткәнгә күрә, ул киткәс еңел һулап ҡуйҙым.

Әле яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтһам, ауылдашым, һине ғүмер буйы яраттым, шуға өйләнмәнем дә, тип торасы. Эй йәлләнем. Апайым көлә, йәлләйем тип тағы кейәүгә сығып китмә, ти.

Ә бит минең күңелемдә шул уй яралғайны. Ҡалған ғүмерен исмаһам яртаҡан кешеһе менән үткәрһен тип йәлләйем инде шуны”.

Күрәҙәсе түгелмен мин. Шулай ҙа был апай тиҙҙән шул үҙен яратып йөрөгән ауылдашына кейәүгә сығасаҡ, тип күҙ алдына килдесе.

Был юлы бәхетле булһын, иренән уңһын инде, тип теләнем эстән генә ул врачҡа инеп киткәс.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас